Каникул дауам итә

Башҡортостанда каникул 14 ноябргә ҡәҙәр оҙайтылды. Бындай ҡарар коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтың ултырышында ҡабул ителде. Иҫегеҙгә төшәрәбеҙ, 29 октябрҙә каникулға сыҡҡан мәктәп уҡыусылары 8 ноябрҙә уҡый башларға тейештәр ине. Ялдары тағы бер аҙнаға оҙайтылып, балалар йәмғеһе ике аҙнанан ашыу бер-береһе менән аралашмай.

Каникул дауам итәКаникул дауам итә
Каникул дауам итә

8 ноябрҙән республиканың балалар баҡсалары штатҡа ярашлы режимда эшләй башлай. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары, колледж, техникум, училище, юғары уҡыу йорттары 8 ноябрҙән дистанцион форматта уҡыуға күсә.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас