Бөтә яңылыҡтар

Туҡланыуға хаҡ арта

Ата-әсәләр өсөн тағы ла бер яңылыҡ: мәктәп ашханаларында туҡланыуға хаҡ арта. Быны етәкселәр нимәгә бәйләй? Тулыраҡ сайтта.

Туҡланыуға хаҡ арта
Туҡланыуға хаҡ арта

Мәктәп ашханаларында туҡланыуға хаҡ артыуы тураһында республика премьер –министры Андрей Назаров хәбәр итте. Премьер–министр һүҙҙәренсә, республикала бар мәктәптәр ҙә туҡланыу ойоштороуға әҙер. Ҡайһы бер ашханаларҙы модернизациялау әле лә дауам итә. Быйыл 280 туҡланыу блогы яңыртылған.

- Әлегәсә бер төрлө хаҡ Башҡортостанда ғына һаҡланып килде. Күрше төбәктәрҙә мәктәп ашханаларындағы аҙыҡ-түлеккә хаҡтар күптән күтәрелде. Шуға күрә беҙҙә лә хаҡ күтәреү талап ителә. Туҡланыу селтәре, ҡулланыласаҡ аҙыҡ-түлек етди ҡаралды һәм Финанс, мәғариф, сауҙа министрлыҡтары менән кәңәшләшкәндән һуң ғына аҙыҡ-түлеккә хаҡ ҡуйылды, -тине Андрей Назаров.

Ғәҙәттәгесә башланғыс класс уҡыусылары, күмәк балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәндәр, инвалидтар бушлай туҡланасаҡ.

Автор:Альфира Узянбаева