Бөтә яңылыҡтар

Елле бүләк

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы мәктәбендә “Мәғариф” милли проектының "Һәр баланың уңышы" төбәк проекты сиктәрендә мәктәптең спорт залына капиталь ремонт уҙғарылып, яңы уҡыу йылына балаларға шәп бүләк булды.

Елле бүләк
Елле бүләк

Спорт залын асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты. Ремонтка тиклем бында уҡыусыларға спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булмаһа, әле бында иҙән һәм ишектәр алмаштырылған, стеналар тигеҙләнеп, сағыу төҫтәргә буялған, электр үткәргестәр яңыртылған, кейенеп-сисенеү бүлмәһе һәм спорт инвентарҙары өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Яңы уҡыу йылында мәктәптә 82 уҡыусы белем аласаҡ.

#нацпроекты#миллипроекттар#образование

Елле бүләк
Елле бүләк
Автор:Гульдар Кадаева