АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Гөлнара Дәминдәр ҡыҙы булдыра!

Һөйөнөслө хәбәр килде: Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы Гөлнара Дәминдәр ҡыҙы Харисова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “Республиканың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын аҡсалата дәртләндереү” ҡарарына ярашлы 50 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булды.

Гөлнара Дәминдәр ҡыҙы булдыра!
Гөлнара Дәминдәр ҡыҙы булдыра!

2021 йыл Сибай педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Гөлнара Дәминдәр ҡыҙы Харисова өсөн бик уңышлы башланды. Ғинуарҙа ул “Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеме бирелде. Юғары наградағы уҡытыусы оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн, “Мәғариф” һәм “Фән”милли проекттары сиктәрендә студенттар менән һөҙөмтәле эшләгәне өсөн лайыҡ булды.

Әле тағы һөйөнөслө хәбәр килде: Гөлнара Дәминдәр ҡыҙы Харисова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “Республиканың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын аҡсалата дәртләндереү” ҡарарына ярашлы 50 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булды.

Талапсан, тырыш педагогтың хеҙмәте лайыҡлы баһаланыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Яңы уҡыу йылында тағы ла яңы үрҙәр яуларға, студенттар менән ғилми-тикшеренеү эштәре атҡарырға, арымай-талмай фән үренә атларға яҙһын!

Автор:Гульдар Кадаева