Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Ноябрь 2024, 09:33

Йәш журналистарҙың республика конкурсы. Хәйҙәр Тапаҡов.

Йәш журналистарҙың республика конкурсының йомғаҡлау сараһына килеүселәр оло залды тултырып ултыралар. Уйлап ҡуйҙым, әгәр ошо йәш көстәрҙең тик бер өлөшө генә лә киләсәктә журналистарҙың сафын тулыландырһа киләсәктә гәзит-журналдарыбыҙ йәшәйәсәк!

Йәш журналистарҙың республика конкурсы. Хәйҙәр Тапаҡов.
Йәш журналистарҙың республика конкурсы. Хәйҙәр Тапаҡов.

    Стәрлетамаҡ институты базаһында йыл һайын ойошторола килгән “Йәш журналистар” конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте. Дүрт: рус, башҡорт, татар, сыуаш телдәрен эсенә алған, бер нисә йәш категорияһына бүленгән мәртәбәле ярышта республика мәктәптәрендә уҡыған уҡыусылар, урта, юғары йорттарында белем алған студенттар ҡатнашты. Сара киң ҡоласта, ентекле уйланылған, ҡатнашыусыларҙың күбеһе миллә кейемдә. Бына ошо ябай ғына күренеш уларҙы ҙур, матур гөлләмәгә оҡшата.

     Уҡыусыларҙы, студенттарҙы, ҡунаҡтарҙы факультет деканы, филология фәндәре кандидаты Айнур Фәнис улы Үтәйев ҡотланы. Ҡунаҡтар тигәндәй, улар бик күп ерҙәрҙән, урындарҙан, республика гәзит-журналдарынан саҡырылғайнылар, араларында институтта төрлө йылдарҙа эшләп киткән хеҙмәт ветерандары ла бар, уларҙың төплө сығыштары, йәштәргә төбәлгән изге теләктәре ҡорға йәм һәм мәртәбә өҫтәне. Ҡунаҡ сифатында саҡырылып уҡыусыларға дипломдар тапшырырға сыҡҡанымда һүҙемде шунан башланым: “Әҙәм балаһы матди донъянан, аҡса табырға тырышыуҙан һис ҡасан азат түгел, сөнки ул көн һайын туҡланырға, кейенергә лә тейеш бит әле, әммә табыш ҡолона әүерелеп күҙ тондороп күберәккә ымһыныу, аҡса пирамидаһына мөкиббән китеп табыныу - ижад ҡомарын уятмай, күңелде йәмләмәй һәм ҡәнәғәтләндермәй, шулай булғас яратҡан эшегеҙҙе табып, уға ижади ҡарап йәшәһәгеҙ һәр саҡ матурлыҡҡа, юғарылыҡҡа ынтылһағыҙ бәхетле булырһығыҙ!”

     Йәш журналистарҙың эҙләнеүҙәре, заман менән бергә атларға теләүҙәре бик оҡшаны, яңы быуат, заман һулышы, эшләнгән эштәрҙәге һөнәри йөҙҙәрҙең, ҡабатланмаҫ йүнәлештәренең төҫмөрләнеүе лә ыңғай күренеш.

      Йәш журналистарҙың республика конкурсының йомғаҡлау сараһына килеүселәр оло залды тултырып ултыралар. Уйлап ҡуйҙым, әгәр ошо йәш көстәрҙең тик бер өлөшө генә лә киләсәктә журналистарҙың сафын тулыландырһа киләсәктә гәзит-журналдарыбыҙ йәшәйәсәк!

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: