Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Апрель , 11:25

Сибай һылыуҡайҙары сәхнәгә сыға

Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Балалар ижады үҙәгендә "Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы-2024" бәйгеһе үтә. Шул айҡанлы халыҡ ижады үҙәге оҫтаһы Рәил Латыпов сәхнә биҙәй.

Сибай һылыуҡайҙары сәхнәгә сыға
Сибай һылыуҡайҙары сәхнәгә сыға

--Һеҙҙе 4 апрель 18:00 сәғәттә Сибай Балалар ижады үҙәгенең залында үтәсәк «Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы - 2024» бәйгеһендә көтөп ҡалабыҙ! Унда конкурстың финалына үткән ҡалабыҙҙың иң һылыу, иң уңған, иң шәп 9 ҡыҙы ҡатнашасаҡ.
Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре! Килегеҙ, күрегеҙ! Был сағыу, матур, зауыҡлы тамашаны күрмәйенсә ҡалмағыҙ! Һылыуҡайҙарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ! Йондоҙ булып балҡығыҙ, ҡояш кеүек янығыҙ, бар тирә-яҡ мөхитте нурға-моңға манығыҙ, сорнағыҙ, һырлағыҙ, матурҡайҙарыбыҙ!--тип хәбәр итә Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәгенән.

Автор:Резеда Валиева