Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Ғинуар , 11:00

ИҢ ШӘП СТУДЕНТҠА - АҠСА!

Яңы конкурс иғлан итәбеҙ! "Шәп студент" тип атала ул. Урта махсус белем биреү йортонда уҡыйһығыҙмы, әллә юғары уҡыу йортондамы - быныһы мөһим түгел! Әгәр һеҙ яҡшы уҡыуҙан тыш, төрлө проекттар өҫтөндә эшләйһегеҙ, конкурстарҙа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашаһығыҙ икән - рәхим итегеҙ! Үҙеңдең өлгө алырҙай йәш кеше икәнеңде күрһәт, һәләттәреңде, уңыштарыңды теҙеп яҙ! Иң-иң тип табылған студентҡа - "Атайсал" редакцияһынан аҡсалата бүләк!

ИҢ ШӘП СТУДЕНТҠА - АҠСА!
ИҢ ШӘП СТУДЕНТҠА - АҠСА!

Шарттар ябай:

1. Үҙеңдең исем-шәрифеңде тулы яҙ. Ҡайҙан булыуыңды күрһәт, ҡайҙа уҡыуыңды әйт. Башҡорт телендә үҙең хаҡында, уңыштарың хаҡында ҡыҫҡаса яҙып ебәр. Фотоңды ҡуй.
2. Беҙҙең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Атайсал" төркөмөнә һәм телеграм-каналға ҡушыл.
3. Ошо яҙмаға репотст эшлә, лайк ҡуй.
4. Үҙең хаҡында 25 ғинуарға тиклем белешмә ебәр.
5. Ҡатнашыусылар һаны бишәүҙән артһа, йомғаҡ 1 февралдә эшләнәсәк.

Автор:Резеда Валиева