Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Ғинуар , 14:45

Бассейн эшләргә тейеш

Сибай ҡалаһының «Әкиәт» балалар баҡсаһында Бүләков урамының 13/1 күп ҡатлы йортонда йәшәүселәр 2024 йылда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу өсөн беренсел йыйылыш үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар программа аша «Әкиәт» балалар баҡсаһы бассейнының һыу тәьминәте системаһын яңыртыу, уйынсыҡ урам ҡорамалдары, спорт инвентарҙары алыу проекттарын тормошҡа ашырырға тәҡдим итте. 21 декабрҙә балалар баҡсаһында уҙған икенсе йыйылышта бер тауыштан «Әкиәт» балалар баҡсаһы бассейнының һыу тәьминәте системаһын яңыртыу проекты өҫтөнлөклө йүнәлеш тип табылды.

Бассейн эшләргә тейеш
Бассейн эшләргә тейеш

Сарала проекттың конкурста еңеп сығыуын хәстәрләгән инициатив төркөм төҙөлдө.

Автор:Гульдар Кадаева