Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Ғинуар , 14:10

ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘРҘЕ КӨТӘЛӘР

Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. 

ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘРҘЕ КӨТӘЛӘР
ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘРҘЕ КӨТӘЛӘР

Конкурс Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәре халҡы араһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләне асыҡлау һәм ғаилә институтын нығытыу өсөн ойошторола.

Конкурс өс номинацияла үткәрелә: «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» һәм муниципаль, зона, республика этаптарынан тора.

«2024 йыл Рәсәйҙә ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был иһә ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә институтын нығытыуға һәм уның йәмғиәттәге әһәмиәтен күтәреүгә айырыуса иғтибар бүленә тигән һүҙ. Ошо йәһәттән уҙған йылдың декабрендә башланған «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы тағы ла әһәмиәтлерәк була бара», — тип билдәләнеләр Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә.

Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡтағы бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, Стәрлетамаҡ хакимиәте ойоштора.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-10/v-bashkirii-prodolzhaetsya-priem-zayavok-na-konkurs-obraztsovaya-bashkirskaya-semya-3596545

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:Резеда Валиева