"Мәрхәмәтле подписка" дауам итә. "Атайсал"ды яҡлаусылар, алдырыусылар, дуҫтарына, мохтаждарға, махсус операция ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләренә бүләк итеүселәр хаҡында яҙғайным инде. Бына ошондай яҡындарыбыҙ булғанда беҙ киләсәккә өмөт менән бағабыҙ, тимәк, йәшәйбеҙ әле, йәшәйбеҙ, шағир әйтмешләй: булғанбыҙ, барбыҙ буласаҡбыҙ. Ошо акция барышында баш мөхәррир булараҡ, ситтә ятып ҡалһам, күптәр мине дөрөҫ аңламаҫ ине. Бына ошо хәлгә тулы асыҡлыҡ индереү маҡсатында гәзитебеҙҙе Сибай мәғлүмәт Үҙәге директоры Абдрафиков Булат Кәшфулла улына бүләк итәм, дөрөҫөрәге "атты" уға һәм верстка инженеры Шәрипова Гөлназ Шәмсетдин ҡыҙына туғарам. Ары ла ошо мәрхәмәтле йүнәлеште тотоу, дауам итеү уларҙың ҡулында. "Көсләп асылған күҙҙең нуры булмай!" ти халыҡ мәҡәле, бер кемде лә сараһыҙламайбыҙ, гәзитебеҙгә яҙылырға мәжбүр итмәйбеҙ, көсләмәйбеҙ, әгәр ошо мәрхәмәтле юл ары ла дауам итһә шатланасаҡбыҙ, ҡыуаныс кисерәсәкбеҙ генә. Телде һаҡлауы үтә еңел ул, бары шул телдә һөйләшеү ҙә етә, әгәр үҙем, ғаиләм, яҡындарым һутлы, йәмле, тәмле башҡорт телендә аралаша икән нишләп кенә ул бөтһөн инде, һәм уны, һаҡланғанды һаҡлау ҙа кәрәкмәй! Телде ҡағыҙҙа һаҡлау өсөн гәзит-журналдарыбыҙға яҙылыу фарыз, бында "Атайсал" хаҡында ғына һүҙ алып бармайым, ғөмүмән тотош республика баҫмаларын яҡлау хаҡында һүҙ алып барам. Интернеттағы мәғлүмәттәрҙе уҡыу - ашлы тәрилкәнең тыш яғын ялауға оҡшаш, ә аштың тәме, йәме, бәрәкәте ҡулға тотоп уҡыған баҫмала, бына ошо ябай ғына хаҡиҡәтте һис ҡасан онотмаһаҡ ине!