Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Декабрь 2023, 18:35

ОҪТАБИКӘЛӘР ЯРЫШТЫ

28 оҫтабикә араһында Мәзүнә Күсәрбаева еңеү яуланы.

ОҪТАБИКӘЛӘР ЯРЫШТЫ
ОҪТАБИКӘЛӘР ЯРЫШТЫ

Кисә Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә район ағинәйҙәре "Балаҫтарҙа - быуаттар тарихы " исеме аҫтында балаҫ һуғыусылар конкурсы үткәрҙе. Унда бөтәһе 28 оҫтабикә ҡатнашты. Күҙҙең яуын алырлыҡ ниндәй генә балаҫ юҡ ине! Районда балаҫ һуғыу оҫтабикәләренең күп булыуы һөйөндөрҙө!
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса балаҫ һуғыу оҫтаһы Мәзүнә апай Күсәрбаева Гран - при яуланы.
Афарин, Мәзүнә Сафа ҡыҙы.Һеҙгә артабан да уңыштар теләйбеҙ.

 

 

Альбина Байегетова.

Автор:Резеда Валиева