Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
31 Октябрь 2023, 08:50

КОНКУРС ТАМАМ

"Атайым менән" фотоконкурсы тамам. Еңеүсе билдәләнде. Башҡа конкурсанттар һис кенә лә кәйефен төшөрмәһен! Был уйын ғына. Иң мөһиме--һеҙ тормошта шәп атай! Ошоно балаларығыҙ белеп үҫһен, теләһә ҡайһы мәлдә - шатлыҡта ла, хәсрәттә лә таяныр атайым бар, тип ғорурланып йәшәһен! Абруйлы атай булып бәхетле ҡыҙҙар, аҡыллы улдар үҫтерегеҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, бәхет теләйбеҙ! Барығыҙға ла һоҡландыҡ! Артабан да һоҡландырып йәшәгеҙ!

КОНКУРС ТАМАМ
КОНКУРС ТАМАМ

Октябрь айы дауамында "Атайым менән" фотоконкурсы үтте. Был конкурсты үткәреп, арабыҙҙа бынамын тигән бик күп шәп атайҙар бар икәнен белдек! Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ!


Айҙың тәүге яртыһында фотолар һәм яҙмалар ҡабул иттек. Конкурсанттар һаны көндән-көн ишәйә башлағас, фотолар ҡабул итеүҙе туҡтатып, халыҡ хөкөмөнә, йәғни тауыш биреүгә сығарҙыҡ. Әйткәндәй, тауыш биреү буйынса конкурстар гел генә ғәҙел килеп сыҡмай (шуға ла беҙ бығаса бындай конкурстар үткәрмәй инек). Күптәр намыҫһыҙ аҙымға бара: боттар һәм фейктар ҡуллана. Беҙ ҙә төркөмөбөҙгә һуңғы арала фейктар тулғанын күрҙек. Эште һәр кемдең үҙ намыҫына ҡалдырабыҙ.

Шулай уҡ һорау тыуҙы: ниңә тауыш биреү ике төркөмдә бара? Сөнки барыһын да бер төркөмгә ҡуйып булмай ине. Икенсенән, аҙ кеше араһынан үҙегеҙгә кәрәкле кешене табыуы ла еңелерәк.

Шулай итеп, ике төркөмдө дөйөм алғанда иң күп тауышты Юнысов Юлай исемле атайыбыҙ йыйҙы. Ҡотлайбыҙ! Һеҙгә аҡсалата приз - 1 мең һум! Абруйлы атай, хәстәрлекле ир, шәп ғаилә башлығы булып имен-һау йәшәргә яҙһын!

Башҡа конкурсанттар һис кенә лә кәйефен төшөрмәһен! Был уйын ғына. Иң мөһиме--һеҙ тормошта шәп атай! Ошоно балаларығыҙ белеп үҫһен, теләһә ҡайһы мәлдә - шатлыҡта ла, хәсрәттә лә таяныр атайым бар, тип ғорурланып йәшәһен! Абруйлы атай булып бәхетле ҡыҙҙар, аҡыллы улдар үҫтерегеҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, бәхет теләйбеҙ! Барығыҙға ла һоҡландыҡ! Артабан да һоҡландырып йәшәгеҙ!

 

Киләһе конкурстарҙа көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла ихтирам итеп ғәҙел һәм намыҫлы ҡатнашырһығыҙ, тигән ышаныстабыҙ.

Автор: