Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Октябрь 2023, 08:10

МИНЕҢ АТАЙЫМ

Атаһына оҡшаған ҡыҙБәхетле була, - тиҙәр.Мин бит һиңә оҡшағанмын,Теймәһен генә күҙҙәр."Кемдең ҡыҙы?" "Атайҙыҡы!"-Һәр саҡ булды яуабым.Иркәләп кенә үҫтерҙеКиң күңелле атайым.Атайым Үҙәкин Илнур Мирғәле улы. Ул Себер тарафтарында вахта ысулы менән сварщик булып эшләй. Атайымдың белмәгән эше юҡ! Киң күңелле, сабыр, ярҙамсыл, эшкә әрһеҙ ул. Атай минең өсөн һәр ваҡыт терәк-таянысым. Атайлы булған өсөн хоҙайға рәхмәт әйтәм. Мин уны ныҡ яратам һәм ғорурланам!Үҙәкина Амелия Илнур ҡыҙы.

МИНЕҢ АТАЙЫМ
МИНЕҢ АТАЙЫМ

Дуҫтар, атайҙар абруйын үҫтереү, күтәреү маҡсатында "Атай менән" тигән фотоконкурс иғлан иттек. Ул "Бәйләнештә" селтәрендә октябрь аҙағынаса барасаҡ. Конкурсанттар бар шарттарҙы ла үтәргә тейеш.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: