Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Октябрь 2023, 15:35

МИНЕҢ АТАЙЫМ

Минең атайым - Ғәлимйән Усманов. Ул Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәй. Афған яуын үткән атайым бик өлгөлө ир-егеттәрҙән һанала. Ул эсмәй, тартмай, кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл. Тәбиғәтте ярата, ҡулынан килмәгән эш юҡ. Шундай атайыбыҙ булғанға мин ныҡ ҡыуанам һәм ғорурланам!Нәзифә Усманова-Хәйруллина.

МИНЕҢ АТАЙЫМ
МИНЕҢ АТАЙЫМ

Дуҫтар, "Атайсал" гәзите "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә иғлан иткән конкурста ҡатанашырға ашығығыҙ! Бының өсөн сифатлы бер фото (атайығыҙ менән бергә төшкән) кәрәк, беҙҙең төркөмдөң дуҫы булыуығыҙ шарт. Конкурсты иғлан иткән яҙмаға репост яһау ҙа мөһим.

Конкурс октябрь аҙағынаса бара. Еңеүсегә аҡсалата приз бирелә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: