Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Октябрь 2023, 11:20

АТАЙЫМ МЕНӘН

АТАЙЫҢ МЕНӘН ТӨШКӘН ФОТОҢДЫ ЕБӘР ҘӘ АҠСА ОТ!

АТАЙЫМ МЕНӘН
АТАЙЫМ МЕНӘН

“Атайсал” гәзитенең “Бәйләнешә”ге төркөмө “Атайым менән” фотоконкурсы иғлан итә. Конкурста ҡатнашыусының беҙҙең төркөмдә булыуы—төп шарт. Икенсенән, фотоның сифатлы булыуы мөһим. Өсөнсөнән, атайығыҙҙы һүрәтләп, бер кәлимә һүҙ яҙыуығыҙ кәрәк. Ҡайҙа йәшәй ул? Һөнәре буйынса кем? Нисә бала үҫтерә? Ҡайһы яғы менән һеҙгә үрнәк? һ.б.

Конкурстың исеменән үк аңлағанһығыҙҙыр: фотола һеҙ атайығыҙ менән бергә торорға тейешһегеҙ.

Әйҙәгеҙ, конкурста ҡатнашайыҡ! Атайҙарға дан йырлайыҡ, уларҙың абруйын күтәрәйек!

Бер еңеүсебеҙгә аҡсалата приз!
КОНКУРС АЙ АҘАҒЫНАСА ДАУАМ ИТӘ!

Автор:Резеда Валиева