Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Июнь 2023, 21:30

ИҢ ЯҠШЫЛАР БИЛДӘЛӘНӘ

Зона ярышында Әбйәлил, Белорет, Ейәнсура, Хәйбулла райондары, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре һынау тотто.

ИҢ ЯҠШЫЛАР БИЛДӘЛӘНӘ
ИҢ ЯҠШЫЛАР БИЛДӘЛӘНӘ

Йыл һайын республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмаларының “Иң яҡшы һөнәр эйәһе” билдәләнә. Уның маҡсаты—эшсе һөнәрҙәрҙең престижын арттырыу, йәш белгестәрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа йәлеп итеү.

Зона ярышында Әбйәлил, Белорет, Ейәнсура, Хәйбулла райондары, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре һынау тотто.

Тәүге этапта иретеп-йәбештереүселәр, электриктар, слесарь-сантехниктар, тракторсы-машинистар, ҡаҙанлыҡ операторҙары, урам һепереүселәр тест һорауҙарына яуаптар бирҙе, унан айырым майҙансыҡтарҙа практик өлөшкә күсте.

Һөҙөмтәлә Баймаҡ командаһы беренсе урын яуланы. Улар республика ярышында төбәк намыҫын яҡлаясаҡ.

Автор:Резеда Валиева