Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Ноябрь 2022, 14:40

ОҪТА ҠУЛЛЫ ӘСӘЙЕМ

Хөрмәтле дуҫтар! Тиҙҙән, йәғни 27 ноябрь—Әсә көнө. Ошо уңайҙан «Оҫта ҡуллы әсәйем» исемле конкурс иғлан итәбеҙ. Беҙгә әсәйегеҙ һәм уның шөғөлө хаҡында яҙып, сифатлы фотолар ебәрегеҙ. Ҡәҙерлегеҙҙең ҡайҙа йәшәгәнен, кем булып эшләгәнен күрһәтергә онотмағыҙ. Еңеүсегә билдәле шағир, йырсы Фәнис Сирбаевтың «Дауыл» шиғырҙар йыйынтығын бүләк итербеҙ, ә ҡалғандарға бергәләп һоҡланырбыҙ, матур теләктәр ебәрербеҙ. Беҙҙең төркөм аша байрам ҡотлауы алыусы әсәйҙәр ҙә шат булыр.

ОҪТА ҠУЛЛЫ ӘСӘЙЕМ
ОҪТА ҠУЛЛЫ ӘСӘЙЕМ

Әйҙәгеҙ, конкурсҡа ҡушылығыҙ. Һеҙҙән фотоһүртләмәләр көтәбеҙ.

Автор:Резеда Валиева