АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Сентябрь 2022, 09:40

УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН КОНКУРС

Халыҡ кәсебенә арналған видеояҙмаларығыҙҙы ебәрергә ашығығыҙ.

УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН КОНКУРС
УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН КОНКУРС

Башҡорт лицейы конкурс иғлан итә

Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының “Оҫталар менән таныла тыуған яғым” тип аталған проекты быйыл Икенсе президент гранттары конкурсы еңеүсеһе тип табылды. Проектҡа ярашлы, башҡорт лицейы 15 сентябрҙән 12 октябргә тиклем “Оҫталар менән таныла тыуған яғым” тип исемләнгән видеояҙмалар конкурсы ойоштора. Конкурста 10-17 йәштәге мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. Ҡатнашыусының бурысы – үҙ видеояҙмаһында теге йәки был халыҡ кәсебе оҫтаһы менән таныштырып, уның кәсебенең эш процессын камераға төшөрөү, видеоны ҡағиҙәләргә ярашлы монтажлау. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Урал аръяғы райондары айырыуса халыҡ кәсебе оҫталарына бай. Ҡымыҙ оҫталары, умарта тотоусылар, кейеҙ баҫыусылар, балта оҫталары... Һанап бөтөрлөк түгел. Мәктәп уҡыусыларын был конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Конкурс эштәрен лицейҙың єлектрон почтаһына ебәрергә: [email protected]

Раушания Рамаҙанова.

 

Фото: moradimgazeta.wordpress.com

Автор:Резеда Валиева