Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Июнь 2022, 08:50

Яҡташыбыҙ «Мисс Евразия – 2022» Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында төп титулды яуланы

Яҡташыбыҙ, «MISSBASH MODELS» моделдәр агентлығы моделе Нурсилә Фәхретдинова Төркиәлә үткән «Мисс Евразия – 2022» Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында төп титулды яуланы. Нурсилә – Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән. -Был минең халыҡ-ара кимәлдәге тәүге конкурсым һәм беренсе тажым. Top 10 Miss Eurasia һәм номинация Miss national beauty Eurasia тап минеке, -- тип яҙҙы сибәркәй үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Яҡташыбыҙ «Мисс Евразия – 2022» Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында төп титулды яуланы
Яҡташыбыҙ «Мисс Евразия – 2022» Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында төп титулды яуланы

Конкурс Стамбулда 10 көн дауамында барҙы. Унда төрлө илдәрҙән 23 сибәркәй һынау тотто. Ҡыҙҙар милли кейем дә сығыш яһап, ижади һәләттәрен күрһәтте.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «MISSBASH MODELS» моделдәр агентлығы

 моделе, яҡташ һылыуҡай Башҡортостан намыҫын миссис номинацияһында яҡланы.

Яҡташыбыҙ «Мисс Евразия – 2022» Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында төп титулды яуланы
Яҡташыбыҙ «Мисс Евразия – 2022» Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында төп титулды яуланы
Автор:Гульдар Кадаева