Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Ғинуар 2022, 14:05

Ысын башҡорт ғаиләһе

Башҡортостанда икенсе йыл рәттән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсы ойошторола. Февраль айы башында Сибай башҡорт дәүләт драма театрында уҙасаҡ быйылғы конкурстың төбәк этабында ҡалабыҙ намыҫын Мәрйәм һәм Рауил Хәсәновтар ғаиләһе яҡлаясаҡ. Уңыштар теләйек!

Ысын башҡорт ғаиләһе
Ысын башҡорт ғаиләһе

Муниципаль этапта еңгән ғаилә пары конкурсҡа етди әҙерләнә.

Дөйөм көс менән төшөрөлгән роликта ғаилә ябай көнитмешен күрһәтә. Матур пар ғаиләләренең барлыҡҡа килеүе тарихы, йәшәйештәре хаҡында бәйән итә. Иҫтәлекле фотоһүрәттәр, архивтан видеояҙмалар ҙа сығарылған. Ғаилә Башлығы Рауил Сәфәрғәле улы ҡурайҙың уның тормошонда тотҡан урыны тураһында һөйләй, ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫенә төшөрә. Ейәндәре уның янында өйрөлә, музыкаль инструмент менә ҡыҙыҡһына. Мәрйәм Ишбулды ҡыҙы иһә ҡул эштәренә өҫтөнлөк бирә, ейәнсәрҙәренә үҙе белгән шөғөлдәрҙе өйрәтә.

Яҙмала милли аш-һыуға ла ҙур урын бүленгән. Хужабикә ейәнсәрҙәре менән бик күп тәмлекәстәр әҙерләй. Хәсәновтар ғаиләһенең табыны түрендә милли ризыҡтарға айырым иғтибар бүленә. Аш-һыуҙан тыш йолаларҙы ла бик ихтирам итәләр. Ризыҡтарҙы әҙерләп бөткәс нәҫел-нәсәптең еткән ҡыҙҙарына бирнә әҙерләү йолаһы башҡарылды. Бында тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша, һәм кәләштең һандығына ғаилә тормошонда кәрәкле әйберҙәр һалына. Видеояҙмала ғөрөф-ғәҙәттәр төшөрөү менән бер рәттән йыр-моң да үрелеп бара.

Хәсәновтарҙың ярышта еңеп сығыуын теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева