Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Ғинуар 2022, 10:45

Хәсәновтарға уңыштар теләйбеҙ!

Башҡортостанда “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы башланды. Республика кимәлендәге сара быйыл икенсе тапҡыр ойошторола. Конкурс “Етегән” байрамы сиктәрендә үтә. Конкурс өс этапта—муниципаль, төбәк һәм республика кимәлендә үтә. Был сараның маҡсаты башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен, телде, мәҙәниәтте һаҡлаусы өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлау.

Хәсәновтарға уңыштар теләйбеҙ!
Хәсәновтарға уңыштар теләйбеҙ!

Төбәк этабында ярышасаҡ Мәрйәм һәм Рәүил Хәсәновтар ғаиләһе сараға етди әҙерләнә. Әлеле ваҡытта улар сценарий әҙерләй, костюмдар тектерә, ғаиләләре хаҡында видеояҙмалар төшөрә.

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе республика конкурсының төбәк этабы Сибай башҡорт дәүләт драма театрында 4 февралдә үтә. Унда Урал аръяғының Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе районынан һәм Ырымбур өлкәһенән матур ғаиләләр һынау тотасаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева