АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
11 Ноября 2021, 08:30

Спорт майҙансығы сафҡа инде

Сибай ҡалаһында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса биләмәләрҙе төҙөкләндереү дауам итә. Уға ярашлы ҡаланың 1-се мәктәбендә спорт майҙансығы барлыҡҡа килде.

Спорт майҙансығы сафҡа индеСпорт майҙансығы сафҡа инде
Спорт майҙансығы сафҡа инде

Белем биреү усағының спорт майҙансығын яңыртыу мәсьәләһе күптән киҫкен тора. Иҫке биләмә норматив талаптарға тура килмәгәндектән, күп яҡлап хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә унда быйыл ремонт эштәре уҙғарылып, майҙансыҡҡа заманса төҫ бирелә. Төҙөкләндереүҙең төп йүнәлештәренең береһе булып хәрби-спорт клубы күнекмәләрен ошонда уҙғарыу ҙа тора. Мәктәп директоры әйтеүенсә, спорт майҙансығы проекты баштан уҡ уҡыусыларҙы хәрби-спорт тәрбиәләү сараһы булараҡ ҡулланыу даирәһенән сығып эшләнә. Ни тиһәң дә белем усағының йәш әрмеселәре ҡала конкурстарында алдынғы урындар яулай, мәктәпте тамамлаусылар хәрби уҡыу йорттарына уҡырға инә. Атап әйткәндә, етәкселек хеҙмәткә саҡырылыш әҙерлеген нығытыуға айырым иғтибар бүлә.
--Былтыр беҙ программа конкурсында ҡатнашып еңеп сыҡытыҡ. Әлбиттә, еңел булманы. Бик күп документтар йыйҙыҡ, бик күп тикшеренеүҙәр аша үттек, һөҙөмтәлә беҙ уның осона уңышлы сыҡтыҡ. Ҡаланың беренсе мәктәбе еңеүселәр рәтендә булыуына бик шатбыҙ. Дөйөмләштереп әйткәндә, спорт майҙансығына 1 миллион 250 мең һум аҡса бүленеп, ул ныҡлы үҙгәреш кисерҙе, -- тине Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе директоры Рушан Дияров.

Спорт майҙансығы ҡаршылыҡтар һыҙаты объекттарынан тора. Йәрәхәтләнеүҙәр булмаһын өсөн уның өҫтө хәүефһеҙ япма менән көпләнгән. Бында шулай уҡ заманса йүнәлеш—воркаутты ла онотмағандар. Мәктәп етәкселеге уҡыусылар өсөн ошондай уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итеүсе күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә, ата-әсәләргә, ҡала хакимиәтенә ҙур рәхмәтле.

Фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән алынды.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас