Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
4 Май , 11:05

КЕСЕРТКӘНДӘН БИЛМӘН

300 грамм кесерткән, 500 грамм эремсек, 100 грамм аҡ май, 1 йомортҡа, 1 тотам йәшел һуған, 500 грамм билмән ҡамыры, 100 грамм ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.

КЕСЕРТКӘНДӘН БИЛМӘН
КЕСЕРТКӘНДӘН БИЛМӘН

Кесерткәнде йыуып, эҫе һыу менән бешекләйбеҙ ҙә һарҡытабыҙ. Ваҡлап турайбыҙ, иретелгән аҡ майҙы ҡушабыҙ. Эремсек, йомортҡа, ваҡлап туралған йәшел һуған менән болғатабыҙ (иҙелгән һарымһаҡ өҫтәргә лә була). Ҡамырҙы йәйеп, ғәҙәттәгесә билмән эшләйбеҙ ҙә ҡайнар һыуға һалып бешерәбеҙ. Ҡаймаҡ менән тәҡдим итәбеҙ.

Автор:
Читайте нас: