-3 °С
Ҡар
Һарыҡтың эс майын таҫмалап ҡырҡып, ас эсәккә ҡушып үреп, ейәнсәрем менән ЙҮРМӘ тигән ризыҡты бешереп алдыҡ. Тәү тапҡыр эштәгәндә әҙерәк ыҙалағайным:эсәк шыймалап, ни тотоп, ни бәйләп, ни һәйбәтләп үреп булмай ине. Теге
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейей-бейей оҫтара, тигән һымаҡ,
Фәнүзә әбейгә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бешерә торғас, оҫтарҙы,
булды инде: эсәктәрҙе әҙерәк бешекләп алғайным, эш алға китте- бәйләйһеңме, төйнәйһеңме.... рәхәте үреүе йүрмәне.
Ашағас, юлаусының йомошон да онотторор ЙҮРМӘ әҙер! Тамаҡтан үтеп, таты менән ашарға яҙһын!"- тип яҙған ул.