Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
25 Сентябрь 2023, 09:00

Бешкән һарымһаҡ бигерәк файҙалы

Ҡыҙҙырылған, парҙа, духовкала бешкән һарымһаҡ көслө антибиотик булып һанала. Күбебеҙ һарымһаҡ ашағас еҫе яман, ашҡаҙанды ауырттыра тип уны ашамай. Ә бына беҙ эшләргә тәҡдим иткән һарымһаҡ, киреһенсә файҙалы ғына, еҫе лә килмәй.

Бешкән һарымһаҡ бигерәк файҙалы
Бешкән һарымһаҡ бигерәк файҙалы


Һарымһаҡты ҡыҙҙырғас, бешергәс - 1-2 көн үтһә лә, ул үҙенең файҙалы матдәләрен юғалтмай. Әрсергә кәрәк түгел, бөтөн килеш табаға теҙеп ҡуйырға, табала парланып бешһен өсөн 4-5 аш ҡалағы һыу һалаһы ла, өҫтөн ҡаплап 10 минут бешерәһе.
Ҡыҙҙырырға уйлағанда әрсеп, турап бешерергә кәрәк буласак.
Ул эстәге микробтарҙы, паразиттарҙы үлтерә, ауырыған саҡта тиҙерәк төҙәлергә ярҙам итә. Хроник сирҙәрҙе кәметә. 1-2 көн ашағандан һуң холестерин кәмей башлай. Артыҡ кәүҙә ауырлығы, хәлһеҙлек менән интегеүселәргә, шәкәр диабеты менән сирләүселәргә бына тигән дауаланыу сараһы булып тора.
Ябығырға теләгәндәргә көнөнә 6 төш һарымһак ашарға ла күп итеп һыу эсергә кәрәк. Ҡан тамырҙарын таҙарта, ҡан баҫымын көйләй, шулай уҡ иммунитетты нығыта.
Һарымһаҡ 8-10 минут эсендә бешә.
Аҙна эсендә организм таҙара.

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева