АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
20 Сентябрь 2023, 16:15

ҠАРА ЕМЕШ МЕНӘН БӘЛЕШ

Бер таба бәлеш өсөн кәрәк: 100 гр ҡаймаҡ,100 гр аҡ май (өй температураһындағы),1 йомортҡа 1 аш ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағынан аҙыраҡ тоҙ, 1,5 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә, кәрәгенсә он.

ҠАРА ЕМЕШ МЕНӘН БӘЛЕШ
ҠАРА ЕМЕШ МЕНӘН БӘЛЕШ

Эслек өсөн: 200 гр төшһөҙ ҡара емеш, 200 гр ҡаймаҡ,150 гр ҡуйыртылған һөт (сгущенка), 50 гр әстерхан сәтләүеге, 2 йомортҡа.

Эш барышы:

Барыһын ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 15 минутҡа ҡуйып торабыҙ.


Иң элек ҡара емеште йылымыс һыуға һалып торабыҙ, йомшарғас ит турағыс аша үткәрәбеҙ, әсе булһа шәкәр өҫтәйбеҙ.

 

Ҡамырҙы йәйеп, ҡара емешле массаны һалғас, өҫтөнә йомортҡаны күпертеп, уға ҡаймаҡ, сгущенка өҫтәп, барыһын бергә ҡара емеш өҫтөнә ҡоябыҙ. Унан сәтләүекте ваҡлап һибәбеҙ.

200 градуслыҡ мейестә 40 минут бешә. Тиҙ ҙә, тәмле лә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: