АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
19 Февраль 2023, 17:00

ТӘМЛЕ БӘЛЕШ

Күрәгә, ҡуйыртылған һөт, әстерхан сәтләүеге менән бәлеш бешергәнегеҙ бармы?

ТӘМЛЕ БӘЛЕШ
ТӘМЛЕ БӘЛЕШ

Күрәгә, ҡуйыртылған һөт, әстерхан сәтләүеге менән бәлеш

Ҡамыр өсөн кәрәк: 100 мл йылы һыу, 180 г аҡ май (бүлмә температураһындағы), 1 йомортҡа, 11 г ҡоры сүпрә (сафмомент), 1 аш ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы тоҙ, 400 г он (ҡамыр күпме ала)
Ҡамыр 2 бәлешкә етә

Эслек: 300 г күрәгә, 90 г әстерхан сәиләүеге, ҡуйыртылған һөт (сгущенка).

Әҙерләү тәртибе:

Эслек әҙерләйбеҙ. Күрәгәне яҡшылап йыуабыҙ, ҡайнаған һыуҙа бер нисә сәғәт тотабыҙ. Йомшағас ит үткәргестән сығарабыҙ йә блендерҙа иҙәбеҙ. Әҙ генә һыу өҫтәйбеҙ.


Ҡамыр баҫабыҙ. 100 мл һыуға сүпрә һалабыҙ. Уға май, йомортҡа, шәкәр, тоҙ ҡушабыҙ, яйлап он өҫтәйбеҙ. Ҡамырҙы ябып, бер сәғәткә ҡалдырабыҙ. Унан ике өлөшкә бүләбеҙ (ике бәлеш сыға, бер өлөшөн икенсе төрлө пирог өсөн ҡуллана алаһығыҙ) Эслек һалабыҙ: беренсе ҡат—күрәгә, икенсеһе— әстерхан сәтләүеге, унан—ҡуйыртылған һөт. 180° духовкаға 15-30 минутка ҡуябыҙ.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: