Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
24 Август 2022, 13:00

Кәңәшемә ҡолаҡ һал!

Йыш баш ауыртыуы, эс ҡатыу, хәлһеҙлек, күкрәк тәңгәлендә сәнсеү күп осраҡта йыуан эсәктең яй һәм насар эшләүенән булыуы мөмкин. Уны һыналған тәбиғи ысул ярҙамында таҙартырға мөмкин.

Бының өсөн беҙгә бер стакан һыу, бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ етен орлоғо, йәшел алма кәрәк. Ингредиенттарҙың барыһын да (алманы төштәренән таҙартып һалырға) блендерҙа ваҡларға кәрәк. Килеп сыҡҡан масса йыуан эсәккә генә түгел, дөйөм ашҡаҙан-эсәк системаһына файҙалы. Бындай дауаны аҙнаһына ике тапҡыр ҡабатлау ҙа етә.

Етен орлоғо ҡан баҫымын яйға һала, көс биреү үҙенсәлегенә эйә, шулай уҡ май алмашыныуҙы көйләй, кальций сығанағы ла. Диетологтар уны ябығырға теләгәндәргә, шулай уҡ холестеринды кәметеү, эс ҡатыуҙы булдырмау өсөн ҡулланырға ла тәҡдим итә.

Етен орлоғон ҡатыҡҡа бутап эсһәң дә бик файҙалы.

ә һеҙ етен орлоғоноң файҙалы булыуын беләһегеҙме?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева
Читайте нас: