АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
5 Август 2022, 11:40

Һары мәтрүшкә

Һары мәтрүшкә, рустарҙа "зверобой продырявленный" тип аталған үлән июндән алып авгусҡа тиклем һары сәскә ата. Башҡортостанда киң таралған үлән. Ул бик күп файҙалы матдәләргә бай һәм халыҡ дауаһында киң ҡулланыла. Һары мәтрүшкәне сәскә атҡан сағында йыйып алалар һәм ҡоро, күләгәле урында киптерәләр. Һары мәтрүшкә ярҙамында дауалап ҡарамаған ауырыу юҡтыр, уны тамаҡ ауыртыуҙан да, ауыҙҙан насар еҫ килеүҙән дә файҙаланғандар. Уның менән үпкә туберкулезын (хатта ҡан ҡаҡырған осраҡтарҙа) дауалау тураһында күптәр белә, әммә һары мәтрүшкә тамыры һөйәк туберкулезынан шифалы булыуы бик һирәк белгестәргә билдәле. Үлән шулай уҡ бауыр һәм ашҡаҙан шештәре, тиренең яман ауырыуҙарынан ҡулланыла.

Һары мәтрүшкә
Һары мәтрүшкә

Һары мәтрүшкә айырыуса аш һеңдереү ағзалары сирҙәренән яҡшы ярҙам итә - гастрит, колит, ашҡаҙан һәм бөйән эсәге сей яраһы, төрлө сәбәпле эс китеүҙән, шулай уҡ бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙарынан, цистит, ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуҙарынан, аналыҡтан ҡан килеүҙән. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары булғанда йөрәк мускулын нығыта, эндокардит, миокардиттан ярҙам итә. Невралгия, фалиж, быума ауырыуҙарынан, нервылар системаһы ҡаҡшағанда тынысландырғыс булараҡ, хатта простатит һәм енси көсһөҙлөктән дауаланғанда ла ыңғай йоғонтоһо һиҙелә.
Яңы үләндең һутында төнәтмәһенә ҡарағанда файҙалы матдәләр күберәк. Һары мәтрүшкә майы шифалы. Уны йышыраҡ яңы йыйылған үләнде (100 грамм үләнгә 600 мл үҫемлек майы) 30 минут ҡайнатып әҙерләргә кәңәш ителә. Әммә ябайыраҡ ысул да бар: быяла банканың "иңбашына" тиклем сәскәһен тығыҙлап һалып, зәйтүн майын тултырып ҡойорға, ул булмаһа, түбән температурала һығылған үҫемлек майы ҡулланырға. Үләнде баҫырырға, ул майҙан өҫкә ҡалҡып сығырға тейеш түгел, сөнки күгәреүе ихтимал. Дауа менән 3-4 аҙнанан һуң ҡуллана ла башларға була, әммә 2-3 айҙан һуң ғына үләнен һөҙөп алһаң, яҡшыраҡ.
Спиртлы төнәтмәне әҙерләгәндә 3 литрлыҡ банканың яртыһына һары мәтрүшкә сәскәһен һалырға, банка тулғансы араҡы ҡойорға, ҡапҡас ябырға һәм ҡараңғы урынға ҡуйырға. Көн һайын һелкетеп торорға. Бер айҙан да кәм төнәтмәҫкә.
Нейроревматизм. Һары мәтрүшкә төнәтмәһен ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә 3 тапҡыр 50-шәр тамсы йоторға, артынан ярты стакан шифалы иренсәскә (чистец лекарственный) үләне төнәтмәһен эсергә. Һуңғыһын бер нисә аҙна эскәндән һуң, юшан (вероника), туғай яраны, бөрмәкәй (подмаренник), ҡылысъяпраҡ (сабельник), еркәүек (таволга) үләндәре төнәтмәһенә сиратлап алмаштырырға мөмкин.
Ҡоймос һөйәге, геморрой һыҙлағанда һары мәтрүшкә орлоғо төнәтмәһенә ултырып дауаланырға була. Ванна яһау өсөн 1 ҡалаҡ орлоҡҡа ярты литр һыу алырға, 5 минут ҡайнатырға.
Баш яраланһа. 1-әр балғалаҡ һары мәтрүшкә майын ашарҙан бер аҙ алда көнөнә 2-3 тапҡыр эсергә.
Аденоидтар. Һары мәтрүшкәне киптереп онтарға һәм иләргә. Онтаҡтың 1 өлөшөнә 4 өлөш аҡ май ҡушырға. Ошо ҡатышманың һәр балғалағына 5-әр тамсы сөйәл үләне һутын ҡушырға һәм эмульсия барлыҡҡа килгәнсе һелкергә. Шифаны көнөнә 3-4 тапҡыр танауға тамыҙырға.
Эскелек. 2 ҡалаҡ киптерелгән һары мәтрүшкә үләненә 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, һыу боҫонда 20-30 минут тоторға. Һыуынғас, һөҙөргә. Иртәнге һәм киске аш алдынан 2-шәр ҡалаҡ эсергә. Был рәүешле 2 аҙна дауаланырға. Төнәтмәне даими эскән кеше алкоголдән биҙә башлай. Был сара тулыһынса арындырмаһа ла, ярҙам иткән осраҡтары бар.
Тәмәке тартҡанда. 8 ҡалаҡ киптерелгән үләнгә 0,5 литр араҡы ҡойоп, 10 көн төнәтергә. Ашағандан һуң көнөнә 3 тапҡыр һыуға 40-50 тамсы һалып эсергә.
Трофик сей яра. Һары мәтрүшкә майына мансылған мамыҡты даими баҫып йөрөргә. Бинт менән нығытып бәйләп, оҙайлы йөрөтөргә була.
Күкрәк биҙе яман шеше (рак). Көн һайын 2-3 тапҡыр һары мәтрүшкәнең араҡылағы төнәтмәһе менән 20-30 минутлыҡ сылатҡыстар яһарға.
Тире яман шеше (рак). Сирле урындарға һары мәтрүшкә майы менән мөмкин тиклем йышыраҡ аппликация яһарға.
Иҫкәрмә: һары мәтрүшкәне ҡан баҫымы юғары булғанда оҙайлы ҡулланырға ярамай. Йөклө ҡатындарға ла был үлән ҡәтғи тыйыла. Үләндең ҡаты сәйе хатта сәләмәт кешеләрҙең дә ашҡаҙанына зыян килтереүе ихтимал, ә юғары әселектән гастрит һәм ашҡаҙан сей яраһы менән яфаланыусының эсәктәре ауыртыуы бар. Һары мәтрүшкәне саманан артыҡ ҡулланыу арҡаһында баш ауырта, соңҡа тартышыуы, күңел болғаныуы мөмкин.
Һары мәтрүшкә менән бер ваҡытта аминокислоталар, триптофан һәм тирозин, амфетаминдар, астма менән ауырыусыларға - ингалятор менән ҡулланырға ярамай. Шулай уҡ һыра, ҡәһүә, шарап, шоколад, ыҫланған йәки маринадланған ризыҡтар, йогурт, үҫемлектәр һеркә осорғанда башланған аллергик ауырыу - поллинозға ҡаршы дарыуҙар, танауға тамыҙа торған саралар ҙа был үлән менән бергә ҡулланылырға тейеш түгел. Шулай уҡ һары мәтрүшкә дауаларын температура юғары булғанда ҡабул итмәҫкә. Уны оҙайлы ҡулланыу потенцияны түбәнәйтә. Һары мәтрүшкә сәйен йәки төнәтмәһен эскәндә ҡояшта ҡыҙыныуҙан тыйылырға.

Рим ӘХМӘДОВ китабынан.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: