Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
10 Февраль , 21:15

Магнитогорскиҙа йәшәүселәр уҡымайынса диплом алыу өсөн аҡса түләгән

Магнитогорскиҙың өс кешеһе бер нисә йыл урындағы техникумдың директор урынбаҫарына урта һөнәри белем тураһында диплом алыу өсөн аҡса түләгән. Ришүәт суммаһы 42 меңдән 60 мең һумға тиклем тәшкил иткән.

Магнитогорск полицияһының иҡтисади хәүефһеҙлек бүлеге хеҙмәткәрҙәре законға ҡаршы схеманы асҡан. Енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә 1obl.ru.

Суд ғәйепләнеүселәрҙең мөлкәтенә, шул иҫәптән дөйөм хаҡы 1,3 миллион һумдан ашыу булған ике автомобилгә арест һалған.

Бынан алда Башҡортостанда коррекция мәктәбенең элекке директоры ришүәтселектә ғәйепләнде.

Автор:
Читайте нас