Хоҡуҡ
9 Февраля , 06:10

Яҡташыбыҙ 45 мең һумға водитель таныҡлығы һатып алған

Учалыла ялған водитель таныҡлығы менән йөрөгән өсөн 54 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарылған.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың сентябрендә ғәйепләнеүсе билдәһеҙ кешенән 45 мең һумға ялған водитель таныҡлығы һатып алған. 2025 йылдың майында Белорет -Учалы - Миәс автомобиль юлында водителде ДАИ хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан. Тикшереү барышында документтың ялған булыуы асыҡланған.

Ир үҙ ғәйебен таныған. Суд  4 айға иректән сикләү тураһында ҡарар сығарған.

Автор:
Читайте нас