Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
11 Ноябрь , 08:30

Төпсөк ташлаһаң...

Башҡортостандан Иркутск өлкәһенә барып эшләүсе вахтовиктан 150 мең һум түләү талап итәләр...

Төпсөк ташлаһаң...
Төпсөк ташлаһаң...

Иркутск өлкәһенең Урман комплексы министрлығы Башҡортостан вахтовигынан 150 мең һум күләмендә түләү алмаҡсы. Ул һүндерелмәгән төпсөгөн ташлау сәбәпле, урманды янғын сыҡҡан.

Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем ул үҙе һүндереп маташҡан, әммә килеп сыҡмаған. Янғын һүндереүҙә 36 кеше, 12 берәмек техника ҡатнашҡан. Урманды һаҡлау һәм авиация базаһына 149, 6 мең һум аҡса сарыф итергә тура килгән. Был хәл май айында була. Суд ҡарары сығарылған. Урман министрлығы ғәйепленән түләү талап итә.

 

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: