АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
16 Май , 14:40

ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Сибай колледждарының береһендә уҡыған егет пенсионер әбейҙең 100 мең һумын алған.Хөрмәтле ата-әсәләр! Улдарығыҙға, ҡыҙҙарығыҙға аңлатығыҙ, “еңел” аҡса эшләү алымдарынан ситләшергә өндәгеҙ. Ҡайһы бер студенттар мутлашыусыларҙың, наркотик һатыусыларҙың курьеры булып, хөкөм ителә. Шул рәүешле яҙмыштар селпәрәмә килә. Һаҡ булығыҙ!

ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!
ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Сибай колледждарының береһендә уҡыған егет пенсионер әбейҙең 100 мең һумын алған.

76 йәшлек инәйгә 4 май көнө шылтыратып, ейәнсәренең юл фажиғәһенә осрауын, уны дауалауға аҡса кәрәклеген әйтәләр. Инәй ейәнсәренә ярҙам итергә әҙер булыуын белдерә. Курьер килеп, унан 100 мең һумды алып та китә.

Оперативниктар егеттең эҙенә тиҙ сыға. 18 йәшлек студент мутлашыусыларға үҙе шылтыратып, эшкә алыуҙарын һорай. Ул бер тапҡыр курьер ролендә аҡса алып өлгөрә, киләһе йөкләмәне көтөргә ҡушҡан булалар.

Полиция бүлегендә егет ғәйебен таный. Мутлыҡ буйынса енәйәт эше асылған.


Хөрмәтле ата-әсәләр! Улдарығыҙға, ҡыҙҙарығыҙға аңлатығыҙ, “еңел” аҡса эшләү алымдарынан ситләшергә өндәгеҙ. Ҡайһы бер студенттар мутлашыусыларҙың, наркотик һатыусыларҙың курьеры булып, хөкөм ителә. Шул рәүешле яҙмыштар селпәрәмә килә. Һаҡ булығыҙ!

Автор:Резеда Валиева