-2 °С
Ҡар
22 ноябрь кисендә Ишембайҙа йәшәгән ғаиләлә ҡот осҡос фажиғә булған. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, 24 йәшлек әсә бер йәшлек улын ваннала йыуындырған саҡта телефон шылтыраған. Ул һөйләшкән арала ҡарауһыҙ ҡалған сабый батып үлгән.
«Ванна бүлмәһенә ингән ҡатын балаһының тын алмағанын күреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Тик килеп еткән табиптар малайҙың үлемен генә теркәгән», — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.