Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
14 Ноябрь 2023, 11:50

ХӘҮЕФҺЕҘ ҠАЛА

Рәсәй Федерацияһының милли гвардия ғәскәренең федераль хеҙмәте мөлкәткә бәйле енәйәттәрҙе профилактикалауға етди иғтибар бүлә. Иҫкәртеү, киҫәтеү һәм мөлкәткә бәйле енәйәттәрҙе асыҡлау маҡсатында 14 ноябрҙән 22 ноябргәсә Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Хәүефһеҙ ҡала” исемле профилактик сараларҙың 4-се этабы үтә. Уның сиктәрендә граждандарҙың фатирын, өйөн, автомобилдәрен һәм башҡа мөлкәтен һаҡлау йәһәтенән хеҙмәттәр тәҡдим ителә.

Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға Сибай ҡалаһы, Некрасов урамы,2 адресы буйынса мөрәжәғәт итеп, яуап таба алаһығыҙ.

Автор:Резеда Валиева