Банктың ҡыҙыу линияһына шылтыратҡандан һуң ғына ҡатын үҙенең мутлыҡ ҡылыусылар тоҙағына эләгеүен аңлаған.
Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге иҫкәртә: телефон буйынса берәүгә лә, бер ҡасан да шәхси белешмәләрегеҙҙе бирмәгеҙ, банк картаһының паролен һәм һанын әйтмәгеҙ. Ысын банк хеҙмәткәрҙәре аҡса күсереүегеҙҙе, смс код һорамай. Дәүләт хеҙмәте вәкиле шылтыратыуҙа шикләнеһегеҙ икән, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ рәсми һандар йыйып, мәғлүмәтте асыҡлағыҙ.
Мутлашыусылар популяр темаларға баҫым яһай, мәҫәлән, коронавирус мәлендә, башҡа түләүҙәрҙе юллашыуҙа йәнәһе лә ярҙам күрһәтәләр. Рәсми мәғлүмәткә генә ышанығыҙ. Закондарҙағы үҙгәрештәр, түләүҙәр күләме һәм уларҙы юллау тураһында белешмәне рәссми ведомстволарҙың рәсми сайтында белешегеҙ.
Артур Илбулов, Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге оперуполномоченныйы.