Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
2 Март 2022, 10:05

ӨҪТӘЛМӘ ЯЛ КӨНӨ ӨСӨН ТҮЛӘНӘМЕ?

Өҫтәлмә ял көндәре өсөн түләүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде.

ӨҪТӘЛМӘ ЯЛ КӨНӨ ӨСӨН ТҮЛӘНӘМЕ?
ӨҪТӘЛМӘ ЯЛ КӨНӨ ӨСӨН ТҮЛӘНӘМЕ?

2022 йыл башынан инвалид-бала тәрбиәләүсе ата-әсәнең (опекундың, попечителдең) береһенә өҫтәлмә ял көндәре өсөн түләүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде.

Ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, Рәсәй социаль страховкалау Фонды өҫтәлмә ял көнө өсөн киткән сығымды эш биреүсегә түләшә. Бының өсөн Фондҡа махусу формала ғариза, өҫтәлмә ял көнө биреү приказының раҫланған күсермәһен бирергә кәрәк. Документ ҡабул ителгәндән һуң 10 эш көнөндә ҡарар сығарыла һәм 2 эш көнө эсендә страховкаланыусы иҫәбенә аҡса күсерелә.

Шулай уҡ эш биреүсегә Фонд әлеге сығымды ҡаплашыуҙан баш тартыуы ихтимал. Өҫтәлмә ял көнө биреү законға ярашлы башҡарылмаһа, документ менән нығытылмаһа йә дөрөҫ тултырылмаһа, түләү булмаясаҡ.

Л.Э.Исхакова-Папикян, Сибай ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы.

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева