Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
27 Сентябрь 2021, 18:05

СНАРЯД ТАБЫЛҒАН

Баймаҡ районы Бикеш ауылында снаряд табылған. Өфө ҡалаһынан саперҙар саҡыртырға тура килгән.

СНАРЯД ТАБЫЛҒАН
СНАРЯД ТАБЫЛҒАН

Баймаҡ районы Бикеш ауылында снаряд табылған. Өфө ҡалаһынан саперҙар саҡыртырға тура килгән.

 

Бикеш ауылында йәшәүсе Ғәлимнур Ғәлин әйтеүенсә, улына гаражда махсус соҡор ҡаҙышып йөрөгәндә ят ҡаты әйбергә юлыға. Таҙалап ҡарағас, уның снаряд икәнен күрә. Шунда уҡ полиция саҡырта. Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәренә ҡушылып янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре, “Тиҙ ярҙам” килә. Полиция Өфөнән сапер саҡырта.

Ауыл биләмәһе башлығы Люция Иҫәнғолова белдереүенсә, снаряд әлеге көндә ҡурҡыныс менән янамай, ул ситтә шартлатылған. Тарих уҡытыусыһы фекеренсә, был шартлатҡыс Граждандар һуғышы осоронан ҡалған.

 

Мәғлүмәт Баймаҡ телевидениеһынан алынды.

Автор:Резеда Валиева