

27 сентябрь—Тәрбиәселәр көнө
Ул 1967 йылдың 27 апрелендә Үрге Ғәле ауылында тыуған. 1982 йылда тыуған ауылы мәктәбендә 8-се класты тамамлағандан һуң Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. 1985 йылда уҡыу йортон тамамлап ҡулына шәфҡәт туташы дипломын алғас, Сидоровка ауылының фельдшер пунктына эшкә ҡайта. 1987 йылда яҙмыш елдәре уны Салауат ҡалаһына илтә. Тап шунда Раушания Миңлеғәле ҡыҙы балалар донъяһына яҡыная. 1987 йылдан алып 1991 йылға ҡәҙәр Салауат ҡалаһының 8-се балалар баҡсаһында тәрбитәсе булып эшләй. Унан инде тыуған яҡтарына ҡайта һәм 1991-1992 йылдарҙа Матрай ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы була. 1992-1997 йылдарҙа Үрге Ғәле ауылы балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Ошо ваҡытта ул ситтән тороп Сибай педагогия училищеһының мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы тәрбиәсеһе һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына педагог һөнәре дипломын алған көндән, йәғни 1997 йылдан алып бөгөнгәсә Матрай ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһына тоғро хеҙмәт итә.
Төп эшенән тыш иренә һөйөклө ҡатын, 3 балаһына ҡәҙерле әсәй ҙә ул.
-Был донъяла меңдәрсә һөнәр бар. Уларҙың һәр береһе үҙенсә мөһим һәм кәрәкле. Ошо һөнәрҙәр ағымында иһә айырыуса ҙур түҙемлек, сикһеҙ һөйөү һәм йөрәк йылыһы талап иткәне бар — ул балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Нәҡ тәрбиәсе ата-әсәләре балалар баҡсаһына алып килгәндән һуң, бәләкәстәрҙе ихлас ҡаршы алып, оло тормош юлына беренсе аҙымдарын яһарға өйрәтә,--ти «Йәйғор» балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Нәзирова.-Раушания Миңлеғәле ҡыҙы был һөнәргә осраҡлы ғына килмәгән. Күңел ҡылдары һәр ваҡыт балалар донъяһына тартылғанға күрә, улар менән уртаҡ телде лә тиҙ таба. Тәрбиәсе булыу өсөн диплом ғына етмәй, бала йәнен аңлау, уның менән бергә балалыҡҡа ҡайта алыу мөһим.
Ысынлап та, «Йәйғор» балалар баҡсаһында иртә Раушания Әбделмәнованың йылмайыуынан башлана. Тәрбиәсенең төркөмөнә ингәс тә йылылыҡ, ҡот һәм балаларҙың сағыу тауыштары ҡаршы ала. Береһе уға яңы уйынсығын күрһәтергә ашыға, икенсеһе кисәге мажаралары менән уртаҡлаша, ә өсөнсөһө иһә, әсәһенән айырылғыһы килмәй, илап ҡына баҫып тора. Раушания Миңлеғәле ҡыҙы уларҙың һәр береһенә йылы һүҙ таба: илағанының башынан һыйпап йәш йәштәрен һөртә, хәбәр ҡушҡанының шатлығын бүлешә. Ошондай мәлдәрҙә уның үҙ эшен сикһеҙ яратыуы һәр кемде ҡояштай йылытырға әҙер булыуы күренә.
Эшмәкәрлеген "Ғаилә" милли проектына ярашлы алып барған тәрбиәсенең һәр көнө — үҙе бер асыш. Ул балаларҙы һүрәт төшөрөргә, йырларға, бейергә генә өйрәтеп ҡалмай, ә дуҫлыҡ, изгелек, өлкәндәрҙе хөрмәт итеү кеүек оло төшөнсәләрҙең нигеҙен һала. Матурлыҡты күрә белергә, тирә-яҡ мөхитте һаҡларға өйрәтә. Иртәнге ҡабул итеүҙән алып, киске оҙатыуға тиклем тәрбиәсе — артист та, психолог та, әкиәтсе лә, табип та.
Ата-әсәләр ҙә Раушания Миңлеғәле ҡыҙының хеҙмәтен юғары баһалай. «Балаларыбыҙҙы уның ҡулдарына тыныс күңел менән тапшырабыҙ. Баҡсанан ҡайтҡас та улар, тәрбиәсеһе тураһында туҡтамай һөйләй, яңы шиғырҙарын ятлап күрһәтә, үҙләштергән белемдәре менән бүлешә. Был беҙҙең өсөн иң ҙур бәхет»,--ти ата-әсәләр комитеты вәкилдәре.
Эйе, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булыу--ул һөнәр генә түгел, ул--күңел торошо, оло һәләт. Бәләкәй йөрәктәрҙә изгелек сатҡылары тоҡандырған, уларға оло тормошҡа юл күрһәткән Раушания Әбделмәнова кеүек тәрбиәселәребеҙ булғанда, киләсәгебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа тип әйтә алабыҙ. Хеҙмәтегеҙҙә артабан да ҙур уңыштар, түҙемлек һәм ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын һеҙгә, балаларҙың яратҡан дуҫы!
Альбина Өмөтбаева.
Йылайыр районы.
фото Раушания Әбделмәнованың шәхси архивынан