Матур ғаилә—ауыл биҙәге

Һәр ауылда һоҡланыу уятҡан ғаиләләр бар. Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында ярты быуаттан ашыу бергә йәшәгән, бер-береһенә йылмайып ҡына баҡҡан, үҙ-ара шаяртып-көлөп кенә һөйләшкән ғаиләне осраттыҡ. Уларҙың тарихы—бергә үткән оҙон тормош юлы ғына түгел, ә ысын мөхәббәттең теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм күп йылдар дауамында сағыу һәм ихлас булып ҡалырға һәләтле булыуына ысын дәлил. Әхмәтхан һәм Сания Халиҡовтарҙың йортонда йылы һәм уңайлы мөхит хөкөм һөрә. Һәр предмет бында уларҙың уртаҡ тормошоноң, шатлыҡтарының һәм кисерештәренең сағылышы булып тора. Уларҙың һөйләшеүҙәре еңел юмор, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү һәм киләсәккә пландар менән тулы. Был ике кешенең диалогы ғына түгел, ә һәр һүҙ яуап тапҡан йәндәрҙең гармониялы үрелеше.

Матур ғаилә—ауыл биҙәгеМатур ғаилә—ауыл биҙәге
Матур ғаилә—ауыл биҙәге

Әхмәтхан Әғзәм улы Үрге Иҙристә тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Германия тарафтарында хәрби хеҙмәт үтә. Ил алдындағы бурысын үтәгәс тә кире тыуған ауылына ҡайта. Ошонда Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда малсылыҡта, төҙөлөштә эшләй. Һаулығы ҡаҡшағас, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәпкә кочегар булып хеҙмәт юлын дауам итә.

Күршеләренә килгән ҡунаҡ ҡыҙға күҙе төшөп, 21 йәшендә өйләнгән Әхмәтхан ағай үткәндәренә байҡау яһап: «Барыһы ла кисә генә булған кеүек. Уҙған йыл бергә йәшәүебеҙгә 50 йыл тулды. Ышанырлыҡ түгел. Бөгөн ҡартатай-өләсәй булып ултырабыҙ»,—тине.

Ҡатыны Сания Исмәғил ҡыҙы кейәүгә сыҡҡанға тиклем һауынсы, штукатур-маляр булып та эшләй. Аҙаҡ мәктәптә йыйыштырыусы була. Халиҡовтар 2 ул, 2 ҡыҙ үҫтергән. Бер ҡыҙҙары Ҡарамалы ауылында, икенсеһе Төркмәндә кейәүҙә. Улар 5-шәр бала үҫтерә. Өлкән улдары Баймаҡта, кеселәре Темәстә үҙ ғаиләһе менән йәшәй. береһе—өс, икенсеһе ике балаға атай.

—Ялдарҙа, байрамдарҙа балалар ҡунаҡҡа килһә ҡыуанабыҙ. Ҡайтып китһәләр тағы ла шатланабыҙ, дауыл һымаҡтар,—ти шаяртыу ҡатыш Әхмәтхан ағай.

Халиҡовтар баҡса үҫтереп, ваҡ мал тотоп йәшәй. Ғаилә башлығы һунарға йөрөргә ярата, балыҡ тотоуға әүәҫ. Хужабикә иһә тәмле аштар бешереп, өй йылыһын һәм ҡотон һаҡлап, иренең яратҡан шөғөлдәрен үҙ итеп, уға терәк-таяныс булып ғүмер кисерә. Үҙ-ара шаярып-көлөп кенә һөйләшкән, аңлашып, бергә үткәргән йылдарға ҡыуанып, киләсәккә өмөтләнеп йәшәгән ғаилә һоҡландырҙы. Нәҡ шундайҙар ауыл биҙәге лә инде!

Резеда Усманова.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас