Уҡытыусы, яугир әсә, хажиә Ул үҙенең ябайлығы, ихлас аралашыуы, йылы мөнәсәбәте, баҫалҡылығы менән үҙенә йәлеп итә. Әле был мөлйем йөҙлө ханымды 1-се Аҡъяр урта мәктәбендә уҡыған сағымдан уҡ беләм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төп уҡытыусым булмаһа ла, беҙгә бер нисә тапҡыр ошо фәндән дәрестәр бирҙе. Үҙенсәлекле тауышы, зауыҡлы кейенеүе, рухлы булыуы, туған телебеҙҙең барлыҡ нескәлектәрен матур итеп төшөндөрә белеүе менән арбаны ул мине. Һүҙем Аҡъяр ауылынан педагогия хеҙмәте ветераны Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы Моталова хаҡында булыр. Үҙәк район китапханаһының әүҙем китап уҡыусыларының береһе лә ул. Журналдарҙың һәр бер һанын көтөп ала, башҡорт һәм рус яҙыусыларының әҫәрҙәрен берҙәй яратып уҡый. Әҙәбиәткә, китапҡа булған сикһеҙ һөйөүе бала саҡтан килә һәм уның уҡытыусы һөнәрен һайлауы бер ҙә осраҡлы түгел. Моталова Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы сығышы менән Аҡъяр ауылынан. 1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағас, яҡшы өлгәшкән ҡыҙҙы Вәлит ауылына пионервожатый итеп эшкә тәғәйенләйҙәр. Эшләү менән бер рәттән Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ситтән тороп белем ала. Уҡыуын тамамлағас, тыуған еренә ҡайтып, 1-се Аҡъяр мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем бирә башлай. Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы йәш быуынға туған телебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ серҙәрен төшөндөрөп кенә ҡалмай, төрлө ижади саралар үткәрә, уҡыусыларын рухлы итеп үҫтереүгә бар көсөн һала. 2002 йылда Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы асылғас юғары категориялы уҡытыусыны унда эшкә саҡыралар һәм Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы бер һүҙһеҙ ризалашып, студенттарға белем бирә башлай. Колледжда эшләгән йылдарымды бик һағынып, йылы хәтирәләр менән иҫкә алам. Туған телен яратҡан, минең дәрестәремә ихлас, дәртләнеп йөрөгән студенттар менән эшләнем. Улар менән халыҡ-ара кимәлендә үткәрелгән сараларҙа, семинарҙарҙа, Рәсәй күләмендә үткәрелгән ғәмәли конференцияларҙа, республика олимпиадаларында ҡатнаштыҡ, төрлө ижади бәйгеләрҙә еңеүсе, призлы урындар яуланыҡ. Ғөмүмән, колледжыбыҙ менән уҡытыу һәм тәрбиәүи эштәр буйынса Республика күләмендә алдынғылар рәтендә булырға тырыштыҡ. Шул йылдарҙа бергә эшләгән коллегаларыма һәм беҙҙең һәр башланғысты күтәреп алған, хуплап торған директорыбыҙ Азамат Риф улы Юнысовҡа рәхмәтлемен. Уҡытыусы – ул һөнәр генә түгел, ул – минең яҙмышым», - ти Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы. Тәжрибәле педагог уҡытыусылар, студенттар өсөн уҡытыу-уҡыу методик ҡулланмалары, дәрес өлгөләре, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренә арнап йыйынтыҡтар сығара, асыҡ тау эштәре буйынса «Инглизсә-русса-башҡортса һүҙлек» төҙөүҙә ҡатнаша. Был хаҡта Гөлбәҙән Моталованың урта һөнәри белем биреү системаһында өлгәшкән ижади уңыштары Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан юғары баһалана. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе һәм башҡа грамоталары ошо хаҡта һөйләй. Моталовтар ғаиләһе ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары Инйәр Башҡорт дәүләт медицина университетының медицина колледжында уҡып теш технигы дипломына эйә була, кесе улдары Илһам Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлай. Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы улдары менән ғорурлана. Улдарымдың икеһе лә белемгә ынтылып, тырыш, ипле булып үҫтеләр. Беҙгә бер ҙә борсоу һалмай, кешелекле булыуҙары менән айырылып торҙолар. Инйәр улым махсус хәрби операция башланғас та ниңәлер бик борсоулы йөрөнө, әсәй кешемен бит, күңелем менән һиҙҙем улымдың ситтә ҡалмаҫын. «Әсәй, күрәһең бит, йәш кенә егеттәр китә, улар хәрби ҡоралдың нимә икәнен дә белмәй, ә миңә армияла хеҙмәт иткән ваҡытымда хәрби бәрелештәр менән осрашырға тура килде, ҡоралдың нескәлектәрен беләм, уларға ярҙам кәрәк, борсолма әсәй, барам да ҡайтам»,- тине. Инйәр улым бер һүҙле булды. Мөмкинселек сыҡҡан һайын хәбәрләшеп торҙоҡ, - ти күҙ йәштәре аша Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы. Илебеҙ ауыр ваҡыт кисергәндә, уртаҡ маҡсатты, берҙәмлекте һыҙыҡ өҫтөнә алып, 2024 йылдың мартында Инйәр Рәмил улы Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Алғы һыҙыҡта штурмлау ротаһында хеҙмәт итә, туғандары был хаҡта белһә лә, ҡәҙерле әсәһен борсомаҫ өсөн уға әйтмәҫкә ҡуша. Ҡаһарман яҡташыбыҙ Инйәр Рәмил улы махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Ҡыйыу йөрәкле яугир үлгәндән һуң «Ҡаһарманлыҡ» миҙалы менән бүләкләнә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Хәйбулла районы филиалындағы социаль координаторҙар Лилиә Шәкирова һәм Ләйсән Салауатова Оло хаж сәфәренә барырға тәҡдим иттеләр. Әлбиттә, мин ҡырҡа баш тарттым, бындай юл менән изге урынға барыу миңә ҡыуаныс та, йыуаныс та килтермәй тинем. Былай ҙа үҙем кесе Хажға барырға ниәтләп йөрөй инем. Бер нисә тапҡыр һөйләшеүҙәрҙән һуң, уларҙың тәҡдименә риза булдым. Тиҙ арала кәрәкле ваҡытҡа документтарҙы юлларға, төрлө инстанцияларҙа тикшеренеүҙәр үтергә тура килде. Сенатор Сөләймән Кәримов инициативаһы менән булдырылған хәйриә программаһы ярҙамында республиканан 40 мосолман изге сәфәргә юл алдыҡ. Сәғүд Ғәрәбстанындағы сәфәр ике аҙна дауам итте. Буласаҡ хажиҙар менән бөтә хаж ҡылыу йолаларын тулыһынса үтәргә тырыштыҡ. Изге ерҙә дүрт ҡорбанлыҡ салдырҙым, береһен улым Инйәргә бағышланым, иң мөһиме күңел тыныслығы таптым. Ғәрәфә тауында теләк теләү, доға ҡылыу, аҙым һайын шәһәҙәт әйтеү, Мәҙинәлә Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) мәсетендә намаҙ уҡыу, ундағы хис-тойғоларҙы еренә еткереп аңлатып та, һөйләп тә булмай. Хажға барыу - күп юл сығымдары талап иткән сәфәрҙәрҙән һанала. Шуға ла унда һәр кемдең барыу мөмкинлеге юҡ. Яугирҙар ғаиләһенә бындай яҡшы мөмкинлек бүләк иткән Сөләймән Кәримовҡа, Лилиә Рафайыл ҡыҙына, Ләйсән Фәрүәз ҡыҙына һәм район хакимиәтенә оло рәхмәттәремде белдерәм. Изге ерҙә теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын, донъяларыбыҙға тыныслыҡ килһен, тәнебеҙҙе сәләмәтлек ташламаһын. Инйәремдең төҫө булып Йәсминә ейәнсәрем үҫеп килә, киләсәктә уның уңыштарын күрергә насип булһын! – тип һүҙен йомғаҡланы хажиә Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙы. Гөлбәҙән Моталова - уҡытыусы, яугир әсә, хажиә. Үҙенең хеҙмәте менән тыуған еребеҙҙе биҙәгән, һынмаҫ рухлы, ил тотҡаһы булырҙай улдар тәрбиәләгән, изге Мәккә еренең нурына ҡойонған күркәм гүзәл затыбыҙ тик һоҡланыу тойғоһо уята. Тормоштоң ҡатмарлы, һикәлтәле һуҡмаҡтарына бирешмәй, донъяһын сынъяһау итеп тотҡан, туған йәнле Гөлбәҙән Фазылйән ҡыҙына сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, дауамлы ғибәҙәт юлы теләйем. Киләсәктә күңел тыныслығында, яҡындарының изгелегенә төрөнөп йәшәргә насип булһын! Автор: Лира Такалова