Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
8 Март 2022, 23:30

Аҡъярҙан Фәнидә Юлдашбаеваға--90 йәш!

Дәүләкән районында тыуып үҫһә лә, 70 йыл йәшәгән Хәйбулла районы уның өсөн тыуған ерендәй ғәзиз. 

Аҡъярҙан Фәнидә Юлдашбаеваға--90 йәш!
Аҡъярҙан Фәнидә Юлдашбаеваға--90 йәш!

Типография эше буйынса һөнәрселек училищеһын тамамлаған ҡыҙ, йүнәлтмә буйынса 1950 йылда Аҡъярға эшкә килә.
“Ул саҡта Аҡъяр бәләкәй генә ине. Бөтә учреждениелар ғәҙәти йорттарҙа урынлашһа, күпселек халыҡ землянка йорттарҙа йәшәй ине. Дәүләкән районында ул саҡта кешеләр һалам ҡыйыҡлы булһа ла, ағас йортта йәшәне. Тағы ла беҙҙә картуфты гектарлап ултыртһалар, бында бер нисә рус ғаиләһе генә картуф сәсә ине”,--тип хәтерләй ул .
Йәш белгес урындағы типографияға эшкә төшә. Бер нисә айҙан Аҡъярҙан хәрби егет, Рафаил Юлдашбаев, отпускыға ҡайта. Бер-береһен оҡшатҡан йәштәр, өйләнешеп, иренең хеҙмәт урынына, Молдавияға юлланалар. 3 йылдан улар улдары Салауат менән Аҡъярға ҡайтып, эш башлайҙар.
Фәнидә Зәкир ҡыҙы статистика идаралығында инспектор, иҡтисадсы, артабан өлкән иҡтисадсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ә ире, Рафаил Әхмәт улы оҙаҡ йылдар водитель булып эшләй. Аҙаҡ ПМК-ға механик булып күсә. Үкенескә күрә, уның мәрхүм булыуына 21 йыл үткән. Юлдашбаевтар өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 6 ейәне һәм 6 бүләсәре инәйҙең ҡыуанысы.

сығанаҡ: Хәйбулла хәбәрҙәре

**

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: