Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2022” конкурсының финалы һәм бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл ярышта 500-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты.
Белеүебеҙсә, сара 2014 йылдан бирле уҙғарыла. Быйыл – алтынсыһы, ул Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола, географияһы ла киңәйгән: Башҡортостандың район-ҡалаларынан тыш, Татарстандан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан һәм башҡа төбәктәрҙән ҡатнашырға теләк белдергәндәр. Республикала электән Урал аръяғы ҡатын-ҡыҙҙары әүҙем булһа, хәҙер ҡатнашыусылар гоеграфияһы киңәйгән, йәғни Саҡмағош, Ҡалтасы, Туймазы, Бүздәк, Кушнаренко, Асҡын, Ҡариҙел, Салауат, Мәсетле, Ҡыйғы һәм башҡа райондарҙың гүзәл заттары ла ихласлыҡ күрһәтә.
Конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, конкурсҡа килгән 500-ҙән ашыу заявканың 150-һе финалда ҡатнашҡан. Быйыл иң йәш ҡатнашыусыға – 18, ә иң олоһона – 93 йәш.
Гүзәл заттар ун номинацияла көс һынашты: “Ҡатын-ҡыҙ – әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер”, “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә”, “Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы”, “Ҡатын-ҡыҙ - бизнес-леди”, “Ҡатын-ҡыҙ – һөнәр оҫтаһы”, “Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө”, “Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре”, “Йәш йәмәғәт эшмәкәре”, “Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ”.
Ойоштороусылар еңеүселәрҙең кубогын да яңыртҡан. Унда конкурстың эмблемаһы һәм бал кәрәҙе төшөрөлгән. Бағыусылар ҙа еңеүселәргә бүләктәр әҙерләгән. Шулай уҡ улар ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙемсеһе Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнә.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2022” конкурсын ойоштороуҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе лә әүҙем ҡатнаша. Был йәһәттән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Гөлнара Кирәева түбәндәгеләрҙе еткерҙе.
– “Берҙәм Рәсәй" партияһы социаль йүнәлештәге проекттарҙы һәр саҡ хуплай. Алты йыл дауамында “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтәбеҙ. “Ҡатын-ҡыҙ – лидер” номинацияһын булдырҙыҡ. Унда йылдан-йыл күберәк ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Сәйәсмәндәр генә түгел, үҙ һөнәре оҫталары, шул уҡ ваҡытта әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған ҡатын-ҡыҙҙар”, – тине Гөлнара Кирәева.
Конкурс "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы менән уҙғарыла.
Шуныһы ҡыуаныслы: яҡташыбыҙ -- Баймаҡ районы эшҡыуары Гөлнара Байрамғолова "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе 2022” конкурсында “Ҡатын-ҡыҙ - бизнес-леди” номинацияһында еңеү яуланы!
Афарин! Ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә эшеңдә уңыштар теләйбеҙ!