

Баймаҡ районы Һаҡмар ауылынан Дилара һәм Шамил Заһиҙуллиндар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн үҙҙәренең автомобилен бүләк итте. Был транспорт алғы һыҙыҡҡа кәрәкле әйберҙәрҙе еткереүҙә һәм яралыларҙы эвакуациялауҙа ышаныслы ярҙамсы буласаҡ.
Заһиҙуллиндарҙың улдары – «Ваха» позывнойлы яугир – махсус операция башланғандан алып алғы һыҙыҡта. Уға һәм бөтә һалдаттарыбыҙға иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Шулай уҡ «Беҙ бергә» ирекмәндәр штабы Баймаҡтан Ғәлиевтар ғаиләһенән Абдулла исемле яугир өсөн машина һатып алды. Ул яҡын арала фронтҡа оҙатыласаҡ. Машина оҙаҡ һәм ышаныслы хеҙмәт итеп, егеттәребеҙгә хәрби бурыстарын үтәргә һәм имен-аман өйҙәренә ҡайтырға ярҙам итһен.
Абдуллаға һәм уның подразделениеһына уңыштар, ныҡлы рух һәм Еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Был машиналар «Беҙ бергә» ирекмәндәр штабы фронтҡа ебәргән 9-сы һәм 10-сы транспорт. Ошо изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт!