Көнүҙәк мәсьәлә
18 Сентября , 05:34

Һайлау. Мөхәррир һүҙе.

Мәҡәләмдең башына “Һайлау” атамаһын юҡҡа ғына ҡуйманым, ысынлап та бөгөн илебеҙ оло һынау һәм һайлау алдында тора. Иртәгәге көнөбөҙ нисек булыр, киләһе таңыбыҙ нисегерәк атыр, эш бына нимәлә!

 

    Бик күп йылдар элек, ауыл Советының башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән саҡта әле күрше Ашҡаҙар ауылында Ҡотлобаев Мирғәле тигән  олатай йәшәне. Әҙәпле, тыйнаҡ, эшсән, бөтмөр булараҡ уны тирә-яҡ халҡы яратты һәм хөрмәт итте.  Репрессия йылдарында нахаҡҡа хөкөм ителеп оҙаҡ йылдар Себер төрмәһендә ултырып та ҡайтҡан ине, мәгәр тотҡонлоҡ ғазаптары, нахаҡ бәлә эҙемтәһе уны һындырмағайны, бөкмәгәйне, ҡайҙа ла ғәҙел, асыҡ, тура һүҙле булып ҡалды. Һайлауҙар етһә шул Мирғәле олатай кирза итектәрен ялтыратып кремлап ала ла һайлау участкаһына иң беренсе булып килә һәм кискә ҡәҙәр ап-айыҡ килеш мәктәп ишек алдында ҡоластарын киреп, рәхәтләнеп бейей, уға башҡалар ҡушылып китә. Үҙе бер ҙур байрам, ҡабатланмаҫ тамаша инде! Бына ошолайтып Мирғәле олатай үҙенең һайлау хоҡуғына эйә булғанлығына осоноп, шашып ҡыуана торғайны. Ошо юлдарҙы яҙып шуны әйтмәксемен: һайлау кешенең бурысы ғына түгел, конституция тарафынан нығытылған хоҡуғы ла бит әле. Тура ултырып ҡырын һөйләмәйек, әүәлге һайлауҙар ысын мәғәнәһендә байрам була торғайны: бер кем ҡушмаһа ла, талап итмәһә лә һәр кем ҡапҡаһының ауыҙына флаг, юҡ тигәндә сәскәле яулыҡ сығарып элә, һәммәһе байрамса ҡуҫтарланып кейенеп ала, ошо көнгә тәғәйенләп ҡунаҡ йыя, туйҙар үткәрә. Ул ихлас замандар һағынып һөйләргә генә ҡалды шул. Хәҙер ҙә өс көн арауығына һуҙылған һайлауҙарҙы нисек тә йәмләргә, йәнле итергә тырышалар, мәгәр ошо урында шуны ла өҫтәп әйтмәксемен, ошо сәйәси сараның эстәлегенә, ни сәбәптәндер әүәлге ихласлыҡ, бер ҡатлылыҡ, самимылыҡ етешмәй. Элекке, үткән заман кешеһе булараҡ миңә генә шулай тойолалыр, бәлки.

    Бөгөнгө көндә бик тә ҡапма-ҡаршылыҡлы, борсоулы, хатта өҫтәп әйтер инем хәүефле, әммә өмөткә туҡылған ынтылышлы осорҙа көн итеп ятабыҙ. Тотош Европа илдәре беҙгә теш ҡайрағанда, утлы яу асырға йыйынғанда, егеттәребеҙ Украина ерендә беҙҙең алдағы тыныс көндәрҙе ҡайғыртҡанда тотош халыҡ ана шул, күңелендә ләүкегән өмөт осҡонон һүндермәй, сабырлығын йөрәгенә төйнәп көнө-төнө махсус операция барған ерҙе ҡайғырта: һаҡланыу селтәрҙәрен, окоп шәмдәрен, кейем-кәрәк яраҡтарын, аҙыҡ-түлекте гуманитар ярҙам итеп оҙата. Башҡортостандағы райондарҙан оҙатылған оҙон ылауҙарҙың осо-ҡырыйы күренмәй, иҫәбе-хисабы юҡ. Шулай булғас “Беҙ бергә!” саҡырыуы һүҙҙә генә түгел беҙҙең күңелдәрҙә лә, изгелеккә төбәп атҡарылған эштәребеҙҙә лә туранан-тура сағылыш таба.

   Мәҡәләмдең башына “Һайлау” атамаһын юҡҡа ғына ҡуйманым, ысынлап та бөгөн илебеҙ оло һынау һәм һайлау алдында тора. Иртәгәге көнөбөҙ нисек булыр, киләһе таңыбыҙ нисегерәк атыр, эш бына нимәлә! Алда өс көнгә һуҙылған яуаплы осор – Дәүләт Думаһына депутаттар һәм унда үтергә дәғүә иткән партияларҙы һайлайбыҙ. Бында депутаттарҙың, партияларҙың исемлеге оҙон. Ошо исемлектән лайыҡлы, халыҡ өсөн эшләгән, халыҡ мәнфәғәтен, халыҡ теләген ҡайғыртҡан депутаттарҙы һәм партияларҙы һайларға тейешбеҙ. Ана шул беҙҙең дөрөҫ һайлауҙан, дөрөҫ тауыш биреүҙән, хаҡ юлға йүнәлеш алыуыбыҙҙан киләһе көндәребеҙ билдәләнә лә инде, билдәләнеп кенә ҡалмай, ул беҙҙең киләсәктәге йәшәүебеҙҙә сағылыш табасаҡ. Шулай булғас һайлауҙан ситтә ҡалмайыҡ, йәмәғәт, дөрөҫ һайлайыҡ, хаҡлыҡты һайлайыҡ һәм башта әйтеп үткән Мирғәле олатай ише гражданлыҡ хоҡуғынан файҙаланып тауыштарыбыҙҙы бирәйек. “Ил төкөрһә күл булыр!” ти халыҡ мәҡәле, ул ғына ла түгел ваҡ берәмектәрҙән, бер бөртөктәрҙән меңдәр йыйыла түгелме, шулай булғас ҡабатлап әйтәм – киләсәктә лә берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!

                                                                                                                               

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас