13 июлдә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә төбәктәге автомобиль яғыулығы менән бәйле хәлде тәүлек әйләнәһенә контролдә тотоуҙы дауам итергә ҡушты.
Көсөйәйге йәйге эштәр осоронда ауыл биләмәләренә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
– Беҙ бензин заправкаларын тәьмин итеү өсөн тейешле саралар күрҙек. Асылда, хәл бер төрлө генә түгел ине. Нигеҙҙә трассаларҙа, ҙур ҡалаларҙа, тораҡ пункттарҙа, Өфөлә хәлде тотороҡландырҙыҡ. Әммә ҡайһы бер ауыл райондарында яғыулыҡ етмәүе мине ныҡ борсой. Беҙгә бының менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк, урып-һуғыу эштәренә лә күп ҡалмай, – тине Радий Хәбиров.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, агросәнәғәт комплексы предприятиелары кәрәкле яғыулыҡ запастары менән тәьмин ителде, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта яғыулыҡты ваҡлап һатыу станцияларында алған шәхси ярҙамсы хужалыҡтар менән хәл башҡасараҡ.
Вице-премьер – Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итеүенсә, республика Башлығы ҡушыуы буйынса оператив штаб төбәкте яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе даими нигеҙҙә контролдә тота. Ашығыс һәм коммуналь хеҙмәттәрҙең өҙлөкһөҙ эшләүе, шулай уҡ халыҡтың ихтыяждарын тәьмин итеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала.
Хәлде тотороҡландырыу өсөн оператив штаб яғыулыҡты һауыттарға ҡойоп һатыуҙы артабан да тыя. Муниципалитеттар көн һайын автозаправкалау станцияларындағы хәлде күҙәтә. Ҡабул ителгән сараларҙан һуң ҙур ҡалаларҙағы яғыулыҡ ҡойоу станцияларында сираттар кәмегән, әммә 10 июлдән автомобилдәр һанының тағы ла артыуы күҙәтелә. Төп сәбәптәр ҙур булмаған селтәрҙәрҙең биржала яғыулыҡ һатып алғандағы ҡатмарлыҡтар һәм ваҡытлыса логистик сикләүҙәр менән бәйле.
Александр Шельдяев билдәләүенсә, «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» компанияһы төбәктең системалы яғыулыҡ ҡойоу станцияларына бензин килтереү күләмен арттырырға ниәтләй. Бынан тыш, республика Хөкүмәте Башҡортостандың нефть эшкәртеү заводтарынан ҙур булмаған автозаправкалау станцияларына яғыулыҡ һатыу мөмкинлеген тикшерә.
Радий Хәбиров нефть эшкәртеү компаниялары менән үҙ-ара эш итеүҙе дауам итергә һәм, яғыулыҡ ҡойоу станциялары селтәренең эше тулыһынса тотороҡланғанға тиклем, хәлде айырым контролдә тоторға ҡушты.