Көнүҙәк мәсьәлә
16 Апреля , 06:00

Яҙғы саҡырылыш башланды

Был юлы ул яңыртылған ҡағиҙәләр буйынса үтәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, илдә 1 апрелдән армияға яҙғы саҡырылыш башланды. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, саҡырыу комиссияһы йыл дауамында эшләй. Комиссияның эш графигы үҙгәрһә лә, граждандарҙы хеҙмәткә саҡырыу ваҡыты шул килеш ҡалды. Йәғни, яҙғы саҡырылыш 1 апрелдә башланды һәм ул 15 июлдә тамамлана. Ә көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙән 31 декабргә ҡәҙәр дауам итә. Шулай итеп, илдең хәрби частарен комплектлау һәм ғәскәрҙәргә яңы һалдаттар йыйыу ваҡыты элекке кеүек үк ҡала.

Яҙғы саҡырылыш башландыЯҙғы саҡырылыш башланды
Яҙғы саҡырылыш башланды

Йыйылыу пункттарынан саҡырылыусыларҙы оҙатыу апрель уртаһында башлана. Хеҙмәт итеү ваҡыты, элеккесә, бер йыл тәшкил итә. Һалдатҡа саҡырылған егеттәр төрлө хәрби округтар ғәскәрҙәрендә һалдат бурысын үтәйәсәк.

2024 йылдың 1 ғинуарынан хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәше--18 йәштән 30 йәшкә тиклем.

Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, июлгә ҡәҙәр Рәсәй Федерацияһының хәрби көстәре сафына 1996 йылдан башлап 2008 йылдар арауығында тыуған, запаста һәм хәрби хеҙмәтте кисектереүгә хоҡуғы булмаған егеттәр алынасаҡ. Төп талап—хеҙмәттән азат ителеүгә законлы сәбәп һәм сәләмәтлек торошо буйынса хеҙмәткә яраҡлы булыу.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас