-20 °С
Болотло
Башҡортостанда алкоголь менән ағыуланыуҙан үлем осраҡтары артҡан. 2025 йылдың тәүге туғыҙ айында республикала 132 кеше алкоголь менән ағыуланып үлгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда күберәк, былтыр 124 осраҡ теркәлгән.
Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, алкоголдән ағыуланыуҙан үлем кимәле 100 мең кешегә 3,1-ҙән 3,3 осраҡҡа тиклем күтәрелгән. Иң күп фажиғәләр: Өфөлә, - 29 осраҡ, Стәрлетамаҡ—9 осраҡ, Тәтешле, Благовещен, Шишмә, Учалы райондары — 5-шәр үлем осраҡтары. Шулай уҡ Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Күмертауҙа һәм ҡайһы бер ауыл райондарында 1-4 кеше үлеме теркәлгән.