Көнүҙәк мәсьәлә
29 Ноября 2024, 11:35

Еңеү өсөн мотоциклы ла йәл түгел

Уҡыусы малай махсус хәрби операцияға үҙенең мотоциклын оҙатҡанЙылайыр районының Юлдыбай ауылынан унынсы класс уҡыусыһы Эмиль Кузнецов бындай ҡарарҙы өләсәһе менән мотоциклдарҙа яралыларҙы алып сыҡҡан яугирҙар тураһында видеояҙма ҡарағандан ҡабул иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Еңеү өсөн мотоциклы ла йәл түгелЕңеү өсөн мотоциклы ла йәл түгел
Еңеү өсөн мотоциклы ла йәл түгел


👏Зөлфиә Мәхмүтова ейәненең теләге буйынса «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының урындағы бүлексәһе ветерандарына мөрәжәғәт итә. Улар ауылға килеп мотоциклды райондан сираттағы гумконвой ебәрелгән урынға тиклем алып барырға ярҙам итә.

Өләсәһе йәшләй генә мәрхүм булған ҡыҙының балаларын бәләкәй сағынан алып тәрбиәләй.

📢"Әгәр беҙ барыбыҙ ҙа берләшеп, яугирҙарыбыҙға ярҙам итһәк, улар дошманды тиҙерәк еңеп, Еңеү менән ҡайтасаҡ», – тип ышана уҡыусы.
 
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас