Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
4 Октябрь , 09:10

ЕРГӘН МӘКТӘБЕНӘН —ЯУГИРҘӘРГӘ

Хәйбулла районы Яңы Ергән мәктәбе янында хужалыҡ бар тип хәбәр иткәйнек инде. Бында бройлер ғына аҫрамайҙар, күпләп йәшелсә, емеш-еләк тә үҫтерәләр. Мәктәп коллективы, уҡыусылар яуҙа йөрөгән егеттәргә үҙ баҡсаларында үҫкән йәшелсәләрҙән аш өсөн әҙер тураламар ебәрергә ҡарар иткән.

ЕРГӘН МӘКТӘБЕНӘН —ЯУГИРҘӘРГӘ
ЕРГӘН МӘКТӘБЕНӘН —ЯУГИРҘӘРГӘ

"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһы ойошторғандар. Мәктәп коллективына, уҡыусыларға ауыл әүҙемселәре лә ярҙамға килгән. Күмәкләп борщ, рассольник әҙерләгәндәр. Улар МХО-ға ебәрелгән.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: